Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡ ауылында автомобиль йыуыу бинаһында янғын сыҡҡан. Ут бөтә майҙандың ҡыйығын ялмап ала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 3×4 м ҙурлыҡтағы бүлмәлә ир-аттың кәүҙәһен таба.
Һуңыраҡ ведомствонан асыҡлауҙарынса, янғында 1963 йылғы һаҡсы һәләк булған. Янғын майҙаны 225 квадрат метр тәшкил иткән. Тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
фото:Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.