ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Март 2024, 14:53

Трассала йөк машинаһы янған...

   

Трассала йөк машинаһы янған...Трассала йөк машинаһы янған...
Трассала йөк машинаһы янған...

Башҡортостанда М-5 трассаһының 1422-се саҡрымында IVECO фураһының кабинаһы яна. Ваҡиға тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр иттеләр.

Йөк машинаһы водителе янғынды үҙаллы һүндерергә маташа, әммә ҡулдарын һәм башын яндыра. Ул Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған. Ваҡиға урынына килгән янғын һүндереүселәр йөк машинаһының кабинаһын һүндерә.

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас