Өфөлә бер йәшлек сабый 1,5 сантиметрлыҡ саморезды тапҡан һәм уны йотҡан. Ата-әсәһе быны күреп ҡала һәм бер сәғәттән һуң баланы ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына алып килә.
Рентген-снимок нығытма изделиеһының ашҡаҙанда булыуын күрһәтә. Бәләкәй пациентты балалар хирургияһы бүлегенә оҙаталар һәм бөйән эсәктән саморезды алыу өсөн наркоз аҫтында ФГДС үткәрәләр.
Сит есемде ваҡытында алыу арҡаһында табиптар мөмкин булған өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртә алған, тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграмма-каналында.
Фото:Айрат Рәхмәтуллиндың ТГ-каналы