ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Март 2024, 11:53

Аварияла тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлгән

-

Аварияла тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлгәнАварияла тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлгән
Аварияла тотош ғаиләнең ғүмере өҙөлгән

Ҡот осҡос юл фажиғәһе Салауат районы сигендә теркәлгән.

Хәүефле боролошта "Хёндай Санта Фе" автомобиленең 20 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, ВАЗ 2112 менән бәрелешкән.

Илебеҙ машинаһында ултырған ғаилә: 42 йәшлек ир, уның ҡатыны, 7 йәшлек ҡыҙҙары һәм өс айлыҡ улдары (Ғайсин Рудольф, Ольга, Ләйсән, Роберт) урында йән биргән. Дүрт йәшлек улдары ғына мөғжизә менән иҫән ҡалған, ләкин уның хәле бик ауыр, тип хәбәр итә "Салауат ерендә" гәзите.

Аварияла ғәйепле егет иҫән-һау.

 

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас