Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Март , 19:32

Бассейнда 5 йәшлек сабыйҙың үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

   

Бассейнда 5 йәшлек сабыйҙың үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды
Бассейнда 5 йәшлек сабыйҙың үлеме буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Башҡортостандың Әбйәлил районында бассейнда бәләкәй баланың үлеме факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 1-се бүлегендә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Тикшереү версияһы буйынса, 2024 йылдың 2 мартында 5 йәшлек малай Асҡар ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы бассейнында батып үлгән. Билдәле булыуынса, әсә бассейнға дүрт балаһы менән бергә килгән.

Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, шаһиттар һәм ФОК хеҙмәткәрҙәренән һорау алынасаҡ, тикшереү барышында баланың әсәһенә, шулай уҡ комплекс биләмәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн яуаплы кешеләргә хоҡуҡи баһа биреләсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй тәфтиш комитетының БР буйынса матбуғат хеҙмәтенән.

Фото:Ксения Калинина(Башинформ)
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: