Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Март , 11:10

Төҙөүсе 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән...

   

Төҙөүсе 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән...
Төҙөүсе 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән...

Башҡортостанда төҙөлөштә эшсе 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән. Инцидент кисә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә, Новоселов урамында төҙөлгән йортта булған.

Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 33 йәшлек төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәре баҫҡыс буйлап менгән, әммә осраҡлы рәүештә абынып, туғыҙынсы ҡаттан алтынсы ҡатҡа ҡолап төшкән.

Урынға килгән ҡотҡарыусылар уға беренсе ярҙам күрһәтә, носилкала аҫҡа төшөрәләр һәм ашығыс ярҙам машинаһына тиклем алып баралар. Табиптар зыян күреүсене дауаханаға алып китә.

Фото: Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: