Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Февраль , 10:09

Ҡот осҡос аварияла ике кеше һәләк булған

Йылайыр районында фажиғәлә КамАЗ менән "Лада Ларгус" төкөшкән

Ҡот осҡос аварияла ике кеше һәләк булған
Ҡот осҡос аварияла ике кеше һәләк булған

Кисә кис көнө Магнитогорск- Ира автомобиль юлының 217,591 саҡрымында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Һамар өлкәһендә йәшәүсе НефАЗ ярымтағылмаһы менән КамАЗ автомашинаһы менән идара иткән ир боҙлауыҡ һөҙөмтәһендә тауға менә алмаған һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Һөҙөмтәлә аварияға сәбәпсе булған һәм юлда үҙ һыҙаты буйынса килгән Күгәрсен районы кешеһе идара иткән “Лада Ларгус” автомобиле бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 18 һәм 45 йәшлек “Лада Ларгус”тың ике пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған, водитель һәм тағы ла ике пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән Сибай ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған.

Әлеге ваҡытта авария сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.

Һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Йылайыр районының ЮХХДИ бүлексәһе.

Автор:Карима Усманова

Ҡот осҡос аварияла ике кеше һәләк булған
Ҡот осҡос аварияла ике кеше һәләк булған
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: