Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Февраль , 11:52

14 йәшлек малай хәбәрһеҙ юғалған

Уны 25 февралдән эҙләйҙәр

14 йәшлек малай хәбәрһеҙ юғалған
14 йәшлек малай хәбәрһеҙ юғалған

Башҡортостанда 2009 йылғы Эмиль Ғәниев юғалған. Ул 25 февралдә Учалы районының Иҫке Муйнаҡ ауылында өйөнән сығып киткән һәм хәбәрһеҙ юғалған. Был хаҡта «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Учалы ирекмәндәр хәрәкәте» төркөмөндә ирекмән Анастасия хәбәр итә.

«Ҡалаға барасағын әйткән. Башҡа мәғлүмәттәр юҡ. Учалы-Мейәс трассаһында: теләһә ниндәй йүнәлештә бара алған. Мейәс ҡалаһында булыуы мөмкин. 5 мартта уға 15 йәш тула», — тип билдәләнә социаль селтәрҙә.

Билдәләре: ябыҡ кәүҙәле, буйы 140 см, сәстәре ҡара ҡуңыр, күҙҙәре ҡуңыр төҫлө.

Юғалған көндө ул ҡара күк төҫтәге ҡышҡы куртка, ҡара бәйләнгән эшләпә, ҡара салбар, ҡышҡы ҡара күк кроссовкалар кейгән була.

Малайҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙең барыһына ла эҙләү саралары координаторының телефон номеры буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар: 8-967-45-94-089 (Анастасия). 

Фото:«Учалинской волонтерское движение», «ВКонтакте»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: