Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Февраль , 19:58

Әсәһе менән бергә билдәле йырсы һәләк булған

"Был фажиғә булмаһа, ул ҙур уңышҡа өлгәшер ине тип уйлайым. Ятҡан урыны тыныс булһын..."

Әсәһе менән бергә билдәле йырсы һәләк булған
Әсәһе менән бергә билдәле йырсы һәләк булған

Ялдарҙа Башҡортостандың Яңауыл ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлде. Куйбышев урамында урынлашҡан шәхси йортта ике кеше көнкүреш газы еҫенә ағыуланып һәләк булды. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың кемлеген асыҡлаған.

Улар 69 йәшлек ҡатын менән уның 26 йәшлек улы булып сыҡты. Ирҙең ҡалала билдәле рэп-музыкант Александр Капитанов булыуы асыҡланған (псевдонимы Kapitan). Әсәһе менән бергә йәшәгән. Ул йырҙар ижад иткән һәм уны үҙе башҡарған. Бер нисә синглы яҙылған. Һуңғы йырын рэпер үлеменән бер нисә көн алда ғына социаль селтәрҙә баҫтырған булған.

Билдәле булыуынса, фажиғә уларҙы тапҡандан бер нисә көн алда булған. Туғандары әсәле-уллы ике көн бәйләнешкә сыҡмай тип борсолған. Шулай уҡ йорттары ихатаһында газ һәм һөрөм еҫе сыҡҡан. Һөҙөмтәлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары полиция менән берлектә өй ишеген емерә һәм уларҙың үле кәүҙәһен таба.

Әле тәфтишселәр прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән берлектә фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай.

“Бик талантлы егет ине. Әллә күпме яҡшы йырҙар яҙҙырҙы. Был фажиғә булмаһа, ул уңышҡа өлгәшер ине тип уйлайым. Ятҡан урыны яҡты булһын”, – ти уның тураһында таныштары. 

Әле тәфтишселәр прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән берлектә фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай.

Уларҙы бөгөн Яңауыл ҡалаһында ерләнеләр. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: КП-Өфө. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: