Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Февраль , 20:30

Тәмәке тартыу фажиғәләргә килтергән...

Ғинуар айында ғына 16 кеше һәләк булған

Тәмәке тартыу фажиғәләргә килтергән...
Тәмәке тартыу фажиғәләргә килтергән...

Шишмә районының Дим ауылында бер кеше спиртлы эсемлектәр эсә, тәмәке тарта һәм йоҡлап китә, тәмәкеһен һүндермәй, төтөнгә саҡ тыны ҡыҫылмай ҡала. Уны янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор ҡотҡарған: ҡорамалдың көслө тауышынан иҫерек ир уянған. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, банкалағы тәмәке төпсөгө ныҡ быҫҡый башлай һәм бүлмә төтөн менән ялмап алына.

Мини-сиренаның эшләүе арҡаһында йорт хужаһы зыян күрмәй.

«Ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә быйыл ғинуар айында ғына 18 кеше һәләк булған, шуларҙың 16-һы — тәмәке тартҡанда. Статистика буйынса, тәмәке тартыу һәм иҫерек килеш ут менән һаҡһыҙ эш итеү — янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуының иң киң таралған сәбәптәренең береһе», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: