Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Февраль , 20:47

Ике сабый өйҙә бикле тороп ҡалған...

    

Ике сабый өйҙә бикле тороп ҡалған...
Ике сабый өйҙә бикле тороп ҡалған...

20 февралдә Башҡортостанда ашығыс хеҙмәттәргә Күмертауҙа әсәһе магазинға сығып киткәс, 2 һәм 3 йәшлек ике бәләкәй сабый фатир ишеген эстән бикләнеүе тураһында хәбәр килде. Ҡатын әйтеүенсә, тышҡы ишекте ул аса алмай.

«Урынға тиҙ арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары сыҡты. Улар ишекте аса һәм ҡурҡып ҡалған әсәне фатирға индерә. Барыһы ла уңышлы тамамлана — балалар, бер ни булмағандай, йәнһүрәттәр ҡарап ултырған», —тип һөйләнеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: