Стәрлетамаҡта «ашығыс ярҙам» машинаһы һәм тепловоз ҡатнашлығындағы аварияла бер кеше һәләк булған, тағы ла дүртәүһе төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, авария киске сәғәт һигеҙҙә Стәрлебаш трактындағы тимер юл аша сығыу урынында булған.
Тимер өйөмөнә әүерелгән «ашығыс ярҙам» машинаһы эсенән кешеләрҙе ҡотҡарыусылары сығарған. Ғәҙәттән тыш ведомствола аңлатыуҙарынса, «ашығыс ярҙам» машинаһы алып барған пациент - 1956 йылғы ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. Ике фельдшер, водитель һәм пациентты оҙатып йөрөүсе кеше йәрәхәтләнә. Тимер юл япмаһына зыян килмәгән - поездар тотҡарланманы, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлы идаралығында.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «ашығыс ярҙам» водителе пациентты дауаханаға тиҙ арала алып барырға ашығып, светофорҙың ҡыҙыл сигналы янғанда тимер юлы аша сыҡҡан. Локомотивтың ашығыс тормозға баҫыуы бәрелеште булдырмаҫҡа ярҙам итмәгән, тир билдәләнеләр тәфтиш алды тикшереүен башлап ебәргән Рәсәй тәфтиш комитетынан.
Авария урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:ЮХХДИ