Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Февраль , 08:26

Оло йәштәге саңғысыны эҙләп тапҡандар

Ул ныҡ туңған булған...

Оло йәштәге саңғысыны эҙләп тапҡандар
Оло йәштәге саңғысыны эҙләп тапҡандар

Өфөлә йәшәүсе 74 йәшлек  Базилевка ауылы яғына саңғыла йөрөргә юлланған. Пенсионер смартфонһыҙ өйҙән сығып киткән.

Ирҙең юғалыуы тураһында 16 февралдә төндә уның улы хәбәр итте, тигән мәғлүмәт бирҙе баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан.

Ҡотҡарыусылар саңғысыны яҡынса 40 минуттан һуң үҙе  йәшәгән урынынан 1,5-2 км алыҫлыҡта баҫыуҙа ҡарҙа табалар. Ир ныҡ туңған һәм яҡынса мәғлүмәттәр буйынса иҫерек булған. Пенсионер дауаханаға оҙатылған.

фото:Өфө граждандарҙы һаҡлау идаралығы.

 
 
Оло йәштәге саңғысыны эҙләп тапҡандар
Оло йәштәге саңғысыны эҙләп тапҡандар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: