14 февралдә Өфөлә ашығыс хеҙмәттәргә автомобилдә өс йәшлек сабыйҙың булыуы тураһында хәбәр килде. Ярҙам һорап баланың әсәһе мөрәжәғәт итә. Ул сабыйҙы салонға ултыртып, машинаны ҡарҙан таҙартҡанын һөйләне. Был мәлдә сигнализация эшләй һәм ишектәр бикләнә.
Урынға тиҙ арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре сыға. Ҡотҡарыусылар, урынға килеп еткәс, автомобилдең ишеген асып, баланы әсәһенә тапшырған, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.