Сибайҙан 30 йәшлек Әлиә Илбулова хәбәрһеҙ юғалған. 2024 йылдың 12 февраленән уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ, тип хәбәр итә «ЛизаАлерт. Башҡортостан» төркөмө ирекмәндәре.
Билдәләре: буйы 160 см, уртаса кәүҙәле, сәстәре ҡара, күҙҙәре ҡуңыр төҫлө.
Ҡатын оҙон аҡ куртка, ҡара спорт олимпийкаһы, оҙон ҡара юбка, аҡ яулыҡ, ҡара итек кейгән була.
Уның ҡайҙалығын белгән һәр кемде 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.