Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә ата-әсәләрҙе шаҡ ҡатырырлыҡ видеояҙма таралды. Унда күренеүенсә, битен балаклава менән ҡаплаған ир урамда саҡ бәләкәй баланы урламай.
Хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында Артем урамында була. Ир ике баланы йыраҡтан күҙәтеп килә. Улар ете йәшлек ҡыҙ менән 11 йәшлек малай, бер урында юлдары саҡ ҡына аймылыша һәм башҡараҡ юлдан китәләр. Шуны ғына көтөп торған ир аҡтығы бәләкәй ҡыҙҙы ҡулынан тота ла һөйрәй башлай. Быны ағаһы күреп ҡала һәм йүгереп килеп,икенсе ҡулынан тотоп үҙенә торта. Ир ҡаса. Балаларҙың ата-әсәһе полицияға ғариза бирә. Әлеге ваҡытта уны эҙләү иғлан ителгән. Полиция камераларҙы өйрәнә, шаһиттар менән һөйләшә.
Табиптар әйтеүенсә, ул баланы ҡулынан шул тиклем тартҡан уның хатта ҡул суҡтары йәрәхәтләнгән.
Бәләкәй балаларҙы яңғыҙын тышҡа ебәреү бигерәк хәүефле булған осорҙа йәшәйбеҙ шул. Әгәр янында ҡыйыу ағаһы булмаһа, был хәлдең нимә менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс. Балаларға иғтибарлы булайыҡ.
Фото: видеонан скрин-шот.