Өфөлә өйөндә һыу сәсәгенән дауаланған 10 йәшлек ҡыҙ үлгән.
Ғинуар башында ҡыҙға һыу сәсәге диагнозы ҡуйыла. Әммә ауырыу билдәләре юҡҡа сыҡҡас, тән температураһы күтәрелә һәм ҡаты йүткереү барлыҡҡа килә. Биш көн дауамында бала өйҙә дауалана, һуңынан әсәһе табипҡа алып бара, табип дауаханаға һалыуға йүнәлтмә яҙа. Әммә ата-әсәһе ҡыҙҙы дауаханаға һалмаҫҡа ҡарар итә, сөнки ул үҙен яҡшыраҡ тоя башланы, ти.
1 февралдә баланың хәле насарая. Өйгә саҡырған табип кисекмәҫтән дауаханаға һалыу кәрәклеген белдерә. Ашығыс ярҙам машинаһы баланы яҡындағы дауаханаға оҙата. Әммә уны реанимация бүлегенә оҙатҡас, ҡыҙ инде йән биреп өлгөрә.
Ваҡытында тейешенсә дауаланһа, ҡыҙ иҫән ҡала алыр ине, ти табиптар. Әле полиция мәрхүм баланың 38 йәшлек әсәһен тикшерә.