Кисә Башҡортостанда ике балалы ғаилә һөрөм газы менән ағыуланған. Белореттағы ваҡиға тураһында төбәк тәфтиш комитетынан хәбәр иттеләр.
Зыян күргән 35 йәшлек ир һәм 29 йәшлек ҡатын һәм 10 һәм 8 йәшлек ике малай һөрөм газы менән ағыуланыу билдәләре менән Белорет дауаханаһына оҙатылған. Тәфтишселәр ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлай башланы.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14.00 сәғәт тирәһендә ғаилә ағзалары үҙ йортонда — Пушкин урамындағы күп фатирлы йортта, баш әйләнеүен, күңел болғаныуын тойоп, аңын юғалта башлағас, ашығыс ярҙам саҡыра. Килгән табиптар ғаилә ағзаларына беренсе ярҙам күрһәтә һәм бөтәһен дә дауаханаға оҙата. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр газ хеҙмәте белгестәре менән берлектә ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау маҡсатында тикшереү саралары комплексын ойошторған», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Ваҡиғаны прокуратура ла контролдә тота. Урынға Белорет район-ара прокуроры Филүс Ғәйетҡолов сыға. Күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлаясаҡ, ресурстар менән тәьмин итеүсе һәм идара итеүсе ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә, шул иҫәптән газ ҡорамалдарын һәм вентиляция каналдарын техник диагностикалауға баһа бирәсәк.
«Нигеҙ булғанда прокурорҙың яуап биреү сараларын ҡабул итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Бынан тыш, әлеге осраҡ буйынса ойошторолған тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре күҙәтеү ведомствоһы контролендә», — тип билдәләнеләр прокуратурала.
Фото:Башҡортостан прокуратураһының телеграм-каналы