ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Февраль 2024, 16:39

16 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырған

Етмәһә иҫерек булған

видеонан скриншот 16 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырғанвидеонан скриншот 16 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырған
16 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырғанФото:видеонан скриншот

Әбйәлил районының Гусево ауылында полиция хеҙмәткәрҙәре документтарҙы тикшереү өсөн «Мазда Демио» сит ил машинаһын туҡтатҡан. Ә руль артында 16 йәшлек ҡыҙ булған. Бәлиғ булмаған ҡыҙ менән һөйләшкәндә полиция хеҙмәткәрҙәре иҫереү билдәләрен күрә. Шул саҡта шаһиттар алдында тикшереү үткәрелә, ул водитель организмында алкоголь булыуын раҫлай: алкоголгә тест һөҙөмтәһе 1,045 мг/л теркәлә.

Ҡыҙға ҡарата автоинспекторҙар РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8-се статьяһының 3-сө пункты буйынса административ протокол төҙөй. Хәҙер уға 30 мең һумға тиклем административ штраф янай. Шулай уҡ бәлиғ булмаған ҡыҙға машина менән идара итеүҙе ышанып тапшырған автомобиль хужаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Уға административ штраф һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8-се статьяһының 2-се пункты буйынса транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү янай.

Ҡыҙҙы атаһы тәрбиәләй, хәҙер уға ҡарата балаһын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгәне өсөн материалдар йыйылған һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса йәлеп итеү өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас