ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Февраля 2024, 15:37

15 бала ултырған автобус еңел автомобиль менән төкөшкән

   

15 бала ултырған автобус еңел автомобиль менән төкөшкән15 бала ултырған автобус еңел автомобиль менән төкөшкән
15 бала ултырған автобус еңел автомобиль менән төкөшкән

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ районының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп автобусы ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе урынында эшләй. Авария 1 февралдә көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә Бельский - Йөрәктау автомобиль юлында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Volkswagen Jetta рулендәге 27 йәшлек ир мәктәп автобусы менән бәрелешкән.

Автобуста 15 бала, 6-10 класс уҡыусылары ултырған. Улар Бельский ауылынан ҡайтып барған. Уларҙың береһе лә йәрәхәтләнмәгән.

Машиналар йәмшәйгән. Бәлиғ булмаған балаларҙы ата-әсәләре алып ҡайтып киткән.

 
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас