Күмертауҙа тимер юлда үлем осрағы теркәлгән. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика колледждарының береһендә уҡыған 17 йәшлек студент тимер юлдар аша үткәндә капюшон һәм наушник кейгән булған. Күмертау-Ермолаевка үткәүеле аша сыҡҡанда ул поезд аҫтына эләгә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, студент алған йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.
фото:Социаль селтәрҙәр