ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Ғинуар 2024, 06:33

"Шкода" һәм "Калина" төкөшкән 

Фажиғәлә йәрәхәттәр алған өс ҡатын Сибай дауаханаһына оҙатылған

"Шкода" һәм "Калина" төкөшкән"Шкода" һәм "Калина" төкөшкән
"Шкода" һәм "Калина" төкөшкән 

Кисә кискеһен Өфө-Баймаҡ трассаһында ике еңел автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән, һөҙөмтәлә кешеләр зыян күргән.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, Баймаҡ районының Билал менән Өмөтбай ауылдары араһында Skoda Octavia һәм Lada Kalina төкөшкән.

Ваҡиға урынына тиҙ арала Темәс ауылынан янғын һүндереү ведомстволары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Асыҡланыуынса, "Лада"ның водителе - 57 йәшлек ҡатын һәм уның ике пассажиры - 44 һәм 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар йәрәхәттәр алған. Зыян күреүселәр Сибайҙың үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатылған.

фото:Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

"Шкода" һәм "Калина" төкөшкән
"Шкода" һәм "Калина" төкөшкән 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас