ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Ғинуар 2024, 06:42

Бесәйҙәр өйҙә янғын сығарған...

   

Бесәйҙәр өйҙә янғын сығарған...Бесәйҙәр өйҙә янғын сығарған...
Бесәйҙәр өйҙә янғын сығарған...

Өфөлә ас бесәйҙәр хужаларын фатирһыҙ ҡалдыра яҙған. "112" хеҙмәтенә баш ҡаланың күп ҡатлы йорттарының береһендә йәшәүселәр шылтырата. Улар подъезда көслө һөрөм еҫен һиҙеүҙәрен хәбәр итә.

Урынға килгән янғын һүндереүселәр фатирҙың ишеген аса, унан әсе төтөн сыға. Аш-һыу бүлмәһендә плитала аҙыҡ менән һауыт-һаба яныуы билдәле була. Фатир эсендә 5 бесәй генә булған. Асыҡланыуынса, ас йорт хайуандары аҙыҡ эҙләгәндә осраҡлы рәүештә аяҡтары менән индукция панелен тоҡандырған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре подъездан 4 кешене эвакуациялай һәм янғынды һүндергән, тип хәбәр иттеләр төбәк ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән. 

фото:Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Бесәйҙәр өйҙә янғын сығарған...
Бесәйҙәр өйҙә янғын сығарған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас