Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзор менән берлектә «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең 32 йәшлек хеҙмәткәре һәләк булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.
Ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә 23 ғинуарҙа булған. Электр-газ менән иретеп йәбештереүсе ер аҫты руднигында 480 метрлыҡ горизонтта эш алып барғанда, локаль рәүештә тау массаһы емерелеп төшә. Ҡыҙғанысҡа күрә, алған йәрәхәттәрҙән эшсе һәләк була.
Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип билдәләнеләр ведомствола.