ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Ғинуар 2024, 14:32

Рәмилде апрелдән бирле эҙләйҙәр

  

Рәмилде апрелдән бирле эҙләйҙәрРәмилде апрелдән бирле эҙләйҙәр
Рәмилде апрелдән бирле эҙләйҙәр

Башҡортостанда эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары ирекмәндәре Өфөнән 48 йәшлек Рәмил Бәшәровты эҙләй. Билдәле булыуынса, ул 2023 йылдың апреленән хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

«Лиза Алерт РБ» мәғлүмәттәре буйынса, ир ҡара күн куртка, свитер, кепка, ботинка, күк джинсы кейгән. Башҡа билдәләре: уртаса кәүҙәле, буйы 166 сантиметр, ҡуңыр күҙле.

Өфөлә йәшәгән ир хәтере юғалыуҙан яфалана. Уның ҡайҙалығы хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-800-700-54-52 телефонына йәки берҙәм 112 номерына хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас