Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы «Пушкин картаһы» менән бәйле төбәктә тәүге мутлашыу фактын теркәгән. Бөрө ҡалаһы полицияһына беренсе курс студенты мөрәжәғәт итә, уға карта һатып алыу һылтауы менән 300 мең һумға тиерлек аҡсаһын сәлдергәндәр.
Ҡыҙ социаль селтәрҙә «Волков Евгений» исемле билдәһеҙ кешенән хәбәр алыуы тураһында һөйләй, ул уға «Пушкин картаһын» һатып алырға тәҡдим итә, бының өсөн смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы атарға кәрәк була. Бер кике яҙышҡандан һуң, һөҙөмтәлә студент ҡыҙ кредит ала, һәм уны аферистҡа күсерә. Йәш ҡыҙ хәҙер банкҡа 277 мең һум бурыслы.
Әйткәндәй, «Пушкин картаһы» мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға бушлай бирелә, тип иҫкә төшөрҙөләр Эске эштәр министрлығында. Икенсенән, ул мәҙәни сараларға (театрҙар, музейҙар, күргәҙмәләр, концерттар) түләү өсөн генә ҡулланыла. Был карталар менән башҡа манипуляциялар законһыҙ.
фото:Башинформ.