Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, махсус телеграм-чат ярҙамында сираттағы иҫерек водитель ҡулға алынған.
Уҙған шәмбелә битараф булмаған граждан Күгәрсен районы үҙәгендә эскән килеш "Kia Rio" автомобиленең руле артында йөрөгәнен хәбәр иткән.
Эҙләү саралары барышында юл-патруль хеҙмәте экипажы водителде Мораҡ ауылында ҡулға алған. Ул 54 йәшлек урындағы кеше булып сыға.
Уның тәүге тикшереүендә һулыш һауаһында 1,255 мг алкоголь булыуы асыҡлана. Әммә иҫерек водитель алкоголь тест һөҙөмтәһе менән ризалашмай. Һөҙөмтәлә уға ҡарата иҫереклек торошон тикшереүҙән баш тартҡан өсөн административ материал төҙөлә. Ҡағиҙә боҙоусының автомобиле махсус туҡталҡаға ҡуйылған.
Әйткәндәй, иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу элемтә телефоны 8-347-279-32-92 буйынса хәбәр итә алаһығыҙ.
Шулай уҡ ЮХХДИ-ның хәбәрҙәр ҡабул итеү буйынса @GIBDDRB_02bot телеграм-чатында.