Янғын һүндереүселәр саҡырыу буйынса Стәрлетамаҡ районының Николаевка ауылына килеп еткәндә, йортто ут ялман алған була. Янғын һүндергәндә унда ике кешенең үле кәүҙәһе табылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Асыҡланыуынса, йорт янғын тураһында хәбәр итеүсе иҫкәрткес прибор менән йыһазландырылған, ул сигнал биргәс ир менән ҡатын өйҙән сығып өлгөрә. Әммә документтарҙы алырға тип, йорттарына кире инергә ҡарар итәләр. Ҡығанысҡа күрә, улар кире сыға алмай.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булған ир 1960 йылғы, ә ҡатын-ҡыҙ-1964 йылғы булған.
Төн уртаһында уҡ янғын һүндереүселәр утты һүндерә һәм конструкцияларҙы һүтеп ала. Ут сығыу сәбәбен һәм ғәҙттән тыш хәлдең башҡа сәбәптәрен янғын тикшереүсеһе асыҡлай.