ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Января 2024, 15:32

Ҡышҡы урманда ҡатын менән ир аҙашҡан

  

Ҡышҡы урманда ҡатын менән ир аҙашҡанҠышҡы урманда ҡатын менән ир аҙашҡан
Ҡышҡы урманда ҡатын менән ир аҙашҡан

Кисә 11 ғаинуарҙа кискеһен Бәләбәйҙә ир менән ҡатын урманға тюбингтарҙа шыуырға киткән һәм аҙашҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, "112" системаһына сигналдан һуң юғалғандарҙы эҙләүгә ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

Юғалған ир һәм ҡатынды полиция хеҙмәткәрҙәре имен-аман хәлдә таба. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уларға табиптарҙың ярҙамы кәрәкмәй.

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас