ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Ғинуар 2024, 04:03

Мунсала 10 йәшлек малайҙың тәне бешкән

    

Мунсала 10 йәшлек малайҙың тәне бешкәнМунсала 10 йәшлек малайҙың тәне бешкән
Мунсала 10 йәшлек малайҙың тәне бешкән

Башҡортостанда 10 йәшлек малай мунсала ҡайнар парҙа бешкән. Бәхетһеҙ осраҡ Салауат районында теркәлгән.

«На земле Салавата» район баҫмаһы мәғлүмәте буйынса, хәҙер бала дауаханала дауалана. Йәш пациент ауыр хәлдә, тәненең яҡынса 40 процентын зыян күрә. Ул Малаяҙ башҡорт гимназияһында белем алған, әлеге ваҡытта Салауат районында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған малайға ярҙам йыйыу иғлан ителгән.

фото:«На земле Салавата» район баҫмаһы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас