ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Ғинуар 2024, 15:36

Иҫерек водитель светофорҙы бәрҙергән...

  

видеонан скриншот Иҫерек водитель светофорҙы бәрҙергән...видеонан скриншот Иҫерек водитель светофорҙы бәрҙергән...
Иҫерек водитель светофорҙы бәрҙергән...Фото:видеонан скриншот

Салауат ҡалаһында кисә төндә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары экипажы Hyundai Solaris-ҡа иғтибар иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтау тураһындағы талабын водитель иғтибарһыҙ ҡалдыра һәм хәрәкәтен дауам итә, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүефле хәлдәр тыуҙыра. Патруль автомобилендә автоинспекторҙар, ялтырап торған маяҡтар һәм тауыш сигнализацияһы менән, машинаны эҙәрлекләй башлай. Әммә Ленинград һәм Островский урамдары сатында ҡағиҙә боҙоусы юл ситенән сығып, светофорҙы бәреп төшөрә. Ошо мәлдә инспекторҙар водителде ҡулға ала.

50 йәшлек урындағы кешене тикшереү уның иҫерек булыуын (1,107 мг/л) күрһәткән. Уға ҡарата бер нисә административ материалдар төҙөлә. Машинаны махсус туҡталҡаға урынлаштыралар. Зыян күргән светофор объекты өсөн Салауат ҡалаһы хакимиәтенә килтерелгән зыянды ҡаплау мәсьәләһе ҡарала.

Видео:ЮХДДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас