ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ғинуар 2024, 14:11

Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған

   

Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарығанТөмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған
Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған

10 ғинуарҙа Төмән федераль трассаһында алты яҡташыбыҙ юл фажиғәһенә осраған. Урындағы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Төмән өлкәһенең Уват районында (Төмән - Ханты-Манси автомобиль юлының 397-се саҡрымында) «Джилли» менән «Шкода» бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, «Джилли»ҙағы 40 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.

Аварияла алты кеше: «Джилли» водителе һәм уның ике пассажиры, 26, 35 һәм 40 йәшлек ирҙәр, шулай уҡ «Шкода» водителе һәм пассажирҙары төрлө йәрәхәттәр алған.

«Джилли» пассажирҙары Когалымға вахтаға  китеп барған, ә «Шкода»ныҡылар Когалымдан өйҙәренә, Башҡортостанға ҡайтып килгән.

Барыһы ла дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола.

Төмән өлкәһе буйынса ЮХХДИ
Фото:Төмән өлкәһе буйынса ЮХХДИ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас