ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ғинуар 2024, 14:43

Күрше районда бер ир иҫерек килеш руль артына ултырып, юғары тиҙлектә елдергән...

    

видеонан скриншот Күрше районда бер ир иҫерек килеш руль артына ултырып, юғары тиҙлектә елдергән...видеонан скриншот Күрше районда бер ир иҫерек килеш руль артына ултырып, юғары тиҙлектә елдергән...
Күрше районда бер ир иҫерек килеш руль артына ултырып, юғары тиҙлектә елдергән...Фото:видеонан скриншот

Баймаҡ районында юл-транспорт инспекторҙары юғары тиҙлектә хәрәкәт иткән «Лада Приора»ға иғтибар иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтау тураһындағы талабын водитель иғтибарһыҙ ҡалдыра һәм хәрәкәтен дауам итә. Патруль автомобилендә автоинспекторҙар, ялтырап торған маяҡтар һәм тауыш сигнализацияһы менән, автомобилде эҙәрлекләй башлай.

Эҙәрлекләүҙән ҡасып, водитель башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙырған авария-хәүефле хәлдәр тыуҙыра. Семеновка-Богачево автомобиль юлының 1 саҡрымында ҡағиҙә боҙоусы  кюветҡа төшөп китә Ошо мәлдә уны инспекторҙар ҡулға ала.

"Йылайыр районында йәшәүсе 30 йәшлек ирҙе тикшереү уның иҫерек булыуын күрһәтте. Уға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 19.3-сө статьяһының 1-се өлөшө буйынса "полиция хеҙмәткәренең законлы бойороғон үтәмәү" һәм Рф Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса "иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү" административ материалдары төҙөлгән», - тип хәбәр итте Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Автомобилде махсус туҡталҡаға урынлаштыралар.

Бынан алда хәбәр итеүебеҙсә, ҡот осҡос фажиғәлә бер үҫмерҙең һәләк булған, икенсеһе дауаханаға оҙатылған. 

—Иҫерек автомобилист йөрөү эҙемтәләренән кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау — һәр беребеҙҙең бурысы, — тип мөрәжәғәт итте республика халҡына Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьянов. — Ошондай хәбәр менән полицияға шылтыратыуығыҙ яуапһыҙ водителдең генә түгел, башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен ҡотҡара ала. Бәлки, был һеҙҙең туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙҙыр. Эскән кеше тураһында хәбәр итеп, һеҙ кемдеңдер ғүмерен ҡотҡараһығыҙ. Шулай уҡ кемдер һеҙҙе йәки балағыҙҙы ҡотҡара ала.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны — 8 (347) 279-32-92 (тәүлек әйләнәһенә эшләй). Һәр шылтыратыу буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән саралар күрә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас