5 ғинуарҙа урындағы ваҡыт буйынса 21.30 тирәһендә Шри-Ланкалағы туристик автобус тулы тиҙлектә йөк машинаһына бәрелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель руль артында йоҡлап киткән. Пассажирҙар тәҙрәләрҙән үҙаллы сығырға мәжбүр булған, тип хәбәр итә Mash ТГ-каналы.
Фажиғә һөҙөмтәһендә Рәсәйҙең 9 гражданы зыян күргән, ә Башҡортостан турисы һәләк булған. Ул Башҡортостандың металл эшкәртеү компанияларының береһенең башҡарма директоры, Октябрьский ҡалаһынан 42 йәшлек Илдар Абдуллин ине. Авария ваҡытында эргәһендә булған ҡатыны әйтеүенсә, уның ире киске аштан һуң йоҡлар өсөн автобустың алғы ултырғысына күсеп ултырған.
Зыян күреүселәр әйтеүенсә, авария урынына килгән табиптар һәм ҡотҡарыусылар тәүге тикшереү үткәрмәгән һәм бер ниндәй ҙә ярҙам тәҡдим итмәгән. Ҡайһы берәүҙәр дауаханаға үҙаллы барып еткән.
Үлгән кешенең кәүҙәһен утрауҙа яндырырға ниәтләйҙәр. Бының өсөн урындағы закондар буйынса суд аша бөтә кәрәкле рөхсәт документтары алырға кәрәк. Кире осраҡта, уны тыуған иленә алып ҡайталар. Абдуллиндың ҡатыны туристик ялды ойоштороусыларға дәғүә белдермәй. Хәҙер уға хәлде яйға һалырға ярҙам итәләр.