Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, Нуриман районында юл фажиғәһендә 3 кеше һәләк булған, уларҙың береһе 2022 йылғы сабый дауаханала вафат булған.
Тағы ла 3 кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың береһе - бала. Йәрәхәтләнеүселәр араһында: 2010 йылда тыуған малай, 1962 йылғы ир-ат һәм 1963 йылғы ҡатын-ҡыҙ, улар медицина ойошмаларына оҙатыла.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 7 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә Өфө-Иглин-Ҡыҙылъяр автомобиль юлының 39-сы саҡрымында Үкәрле ауылы янында Kia Rio һәм Renault Duster маркалы автомобилдәр төкөшкән.
Хөрмәтле водителдәр, ҡышҡы юл икеләтә хәүефле, шуға ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлек режимын күҙәтегеҙ - ҡыумағыҙ!
фото:ЮХХДИ, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы