7 ғинуарҙа көндөҙ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығыныңы Башҡортостан буйынса баш идаралығына Иглин районының Таутөмән ауылында янғын тураһында хәбәр килде.
Бында Урман урамында 5х15 метр ҙурлыҡтағы ағас кәртә янған. Янғын һүндереүселәр 40 минут дауамында уттың таралыуын туҡтата, һәм һуңынан һүндерә.
Янғын һөҙөмтәһендә 3 баш эре мөгөҙлө мал һәм 20 һарыҡ һәләк була. Шулай уҡ бер нисә төргәк бесән яна.
Янғын сәбәптәре һәм ваҡиғаның шарттары асыҡлана.