8 ғинуарҙа иртән ғәҙәттән тыш хеҙмәттәргә битараф булмаған шаһит мөрәжәғәт итә, ул кафенан Өфө районы Лебяжий ауылы яғына юлланғанда баҫыуҙа ятҡан ирҙе күрә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баҫыуға барыу юлы булмау сәбәпле, ашығыс ярҙам бригадаһы зыян күреүсегә ярҙам күрһәтеү өсөн урынға бара алмай.
Ярҙамға тиҙ арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары сыҡҡан. Ҡаргиҙәрҙә ҡотҡарыусылар ир ятҡан урынға барып етәләр, уны санаға тейәйҙәр һәм ашығыс ярҙам машинаһына тиклем алып баралар. Ир өшөп-туңыу билдәләре менән дауаханаға оҙатыла.
фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте