Ленинград өлкәһенең 53 йәшлек кешеһе, йәнәһе "инвестицияларға аҡса һалына" тип уйлап, мутлашыусыларға 17 миллион һумдан ашыу аҡса бирә. Иглин районында таныштарында ҡунаҡта булғанда, зыян күреүсе мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләгеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың ноябрендә ғариза биреүсегә брокер компанияһы менеджерынан шылтыратып, инвестицияларға аҡса һалыу юлы менән өҫтәмә эш хаҡы тәҡдим итәләр. Яңы эшендә көсөн һынап ҡарарға ҡарар итеп, ир ғаризаһын ҡалдыра. Артабан ул ике банкта 9 миллион һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштерә, шулай уҡ ул 7 миллион һумдан ашыу үҙ тупланмаларын өҫтәй, артабан уларҙы «куратор» ярҙамында «үҙ кошелегына» индерә.
Ир тупланған аҡсаны сығарырға ҡарар иткәндә, быны эшләй алмай, сөнки «куратор» эҙһеҙ юғала, ә шәхси кабинетҡа инеү бикләнгән була.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
фото:Башинформ.