ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2024, 06:50

Юл инспекторҙары ярҙамға килгән

Машинала 5 кеше, шул иҫәптән өс бала булған...

Юл инспекторҙары ярҙамға килгәнЮл инспекторҙары ярҙамға килгән
Юл инспекторҙары ярҙамға килгән

Нуриман районында ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре — полиция капитандары Салауат Биглов Һәм Марсель Бикташев составындағы экипаж — Иглин-Ҡыҙылъяр автомобиль юлының 36-сы саҡрымында капоты асыҡ булған һәм юл ситендә торған «Лада Ларгус» машинаһына иғтибар иткән.

Машинаны бер ир йөрөткән. Ул «Ларгус»тың һүнгәнен аңлата, двигателдең һыуытыу системаһында етешһеҙлек асыҡлана. Водителдән тыш салонда пассажирҙар  — ҡатын-ҡыҙ һәм өс бала була.

«Боҙоҡ автомобилдә һыуыҡ булғас, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарҙы патруль автомобиленә күсергән, унда улар йылынған, шунан Һуң Өфөгә икенсе автомобилдә оҙатылған. Артабан инспекторҙар водителгә автомобилде яҡындағы сервисҡа күсерергә ярҙам итә. Ир полиция хеҙмәткәрҙәренә юлда күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе», — тип хәбәр иттеләр төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.

фото:ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас