4 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының Станция урамындағы шәхси йортта ир менән ҡатындың үле кәүҙәһен тапҡандар. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Торлаҡ йортҡа килеп еткәс, янғын һүндереүселәр 0,5 квадрат метр майҙанда иҙәндә янғын сығыуын күрәләр. Ут янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем һүндерелгән була.
Йортта 51 йәшлек ир һәм 46 йәшлек ҡатын һәләк булыуы асыҡлана. Туғандары әйтеүенсә, һәләк булғандарҙы һуңғы тапҡыр 31 декабрҙә күргәндәр. Урында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй. Үлем сәбәбе, ваҡыты һәм шарттары билдәләнә, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.