ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2024, 06:31

Төндә балыҡсы юғалған...

   

Төндә балыҡсы юғалған...Төндә балыҡсы юғалған...
Төндә балыҡсы юғалған...

Бөгөн төндә Башҡортостанда балыҡсы юғалған. Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәргә мөрәжәғәттә Йосоп ауылы (Дүртөйлө районы) менән Иҫке Бөртөк ауылы (Краснокама районы) араһында Ағиҙел йылғаһында ирҙең юғалыуы тураһында әйтелде.

Башҡортостандың дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улының юғалыуы тураһында ата-әсәһе белдергән, улар менән ул бәйләнешкә сыҡмаған.

Ярҙамға Дүртөйлө зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары сыҡҡан. Ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп тапҡан. Баҡтиһәң, уның телефонының зарядкаһы бөтөп, һүнгән булған икән. Бәхеткә күрә, балыҡсыға медицина ярҙамы кәрәкмәй.

 

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас