Яңы йыл каникулдары башында ир "йылы иҙәнде" монтажлағанда тән йәрәхәттәре ала.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылынан 47 йәшлек ир кухня иҙәненә махсус эретмә һипкән. Бинаға ҡуйылған газ ҡаҙанлығына эретмә эләгеүҙән янғын сыҡҡан, уны ир үҙ аллы һүндерергә маташа.
Ваҡиға урынына килгән янғын һүндереүселәр 8×10 метр ҙурлыҡтағы бүлмәлә утты һүндерә.
"Янғын һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1977 йылғы ир йәрәхәтләнгән. Ул битен һәм ҡулдарын яндыра. Ауыл кешеһе дауаханаға ятыуҙан баш тарта», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә янғын һүндергес (огнетушитель) һатып алырға кәңәш итә. Ул янғындың башланғыс стадияһында утты һүндерергә ярҙам итәсәк.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.