Нефтекамала 28 йәшлек ир бенгал утынан сыҡҡан янғынды һүндергәндә тән йәрәхәттәре алған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе мәғлүмәте буйынса, 5 ғинуарҙа көндөҙ ир балконда бенгал утын тоҡандыра һәм бүлмәгә кире инә. Диван эргәһенән үтеп барғанда, осҡон әйберҙәргә эләгә һәм бер аҙҙан улар яна башлай.
Ир ялҡынды күреп ҡала һәм уны ҡул көсө менән һүндерә башлай. Үҙ аллы һүндереү барышында уның яурыны һәм бармаҡтары бешә, әммә дауаханаға һалыуҙан баш тарта.
Янғын майҙаны 1 квадрат метр тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.