ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2024, 11:02

16 йәшлек үҫмер әсәһенең машинаһын алып киткән

Уның иҫерек булыуы асыҡланған

видеонан скриншотвидеонан скриншот
Фото:видеонан скриншот

Башҡортостанда үҫмер әсәһенең еңел автомобилендә сығып киткән. Шул уҡ ваҡытта 16 йәшлек малайҙың иҫерек булыуы асыҡлана. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында Бөрө районындағы ваҡиға тураһында һөйләне.

«Бөрө районында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары „Хендай Солярис“ автомобилен туҡтатты. Полиция хеҙмәткәрҙәре 16 йәшлек үҫмерҙең руль артында булыуын асыҡлай. Хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, машина малайҙың әсәһенеке, һәм ул уны рөхсәтһеҙ алып сығып иткән. Бынан тыш, уның иҫерек булыуы билдәләре бар. Енәйәт урынына бәлиғ булмаған водителдең әсәһе саҡырыла. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙ алдында үҫмерҙең иҫерек булыу-булмауын тикшереү үткәрә. Тикшереү һөҙөмтәләре уның иҫерек булыуын раҫлай», —  тип яҙа Владимир Севастьянов.

Полиция хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу факты буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға, шулай уҡ иҫкәртеү эше үткәреү өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлегенә ебәрелгән материал йыйған. Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған.

Видео:ЮХХДИ

Владимир Севастьянов билдәләүенсә, был ваҡиға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бик етди боҙоу булып тора, сөнки бәлиғ булмағандар транспорт саралары менән идара итергә хоҡуҡлы түгел, ә иҫерек килеш машина йөрөтөү водителдең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүеф тыуҙыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Иҫерек водитель»операцияһы дауам итә. Иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы тураһында Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының ҡыҙыу элемтә (347) 279-32-92 телефоны аша хәбәр итергә мөмкин. Шулай уҡ граждандарҙан хәбәрҙәр ҡабул итеү буйынса ЮХХДИ телеграм-боты эшләй. 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас