Шаран районында Яңы йыл башланыуға бер сәғәт ҡалғас башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған: 40 йәшлек ир 13 йәшлек үгәй ҡыҙын көсләгән. Был мәғлүмәттте Башҡортостан Тәфтиш Комитетының матбуғат хеҙмәтендә раҫланылар.
Алдан хәбәр итеүҙәренсә, даими эше булмаған ир был ҡара эште эскән көйөнсә ҡылған. Был ваҡытта ҡыҙҙың әсәһе ҡайҙа булғанлығы билдәһеҙ, әммә ул полицияға мөрәжәғәт итә. Ирҙе ҡулға алалар, ул үҙ ғәйебен таный.
«Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға ғәйепләү белдерелгән һәм һаҡ аҫтына алыу сараһы һайланған»,- тип билдәләнеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
фото:Башинформ.