ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Ғинуар 2024, 07:31

Иҫерек водителде Яңы йылдың 1-се сәғәтендә тотҡандар

  

Быйыл беренсе иҫерек водителде Салауат ҡалаһында куранттар 12-не һуҡҡандан һуң тотҡандар, тип хәбәр итте Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Севастьянов һөйләүенсә, 1 ғинуарҙа төнгө 1-се сәғәттә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары экипажы юғары тиҙлектә хәрәкәт иткән ВАЗ-2110-ға иғтибар итә. Полиция хеҙмәткәрҙәренең туҡтатыу талабын водитель иғтибарһыҙ ҡалдыра һәм хәрәкәтен дауам итеп, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙырған хәлдәр тыуҙыра.

Патруль автомобилендә автоинспекторҙар, ялтырап торған маяҡтар һәм тауыш сигнализацияһы менән, ҡағиҙә боҙоусыны эҙәрлекләй башлай.

«Калинин һәм Еңеүҙең 30 йыллығы урамдары сатында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары водителде ҡулға ала. 40 йәшлек ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған», — тип хәбәр итте Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы.

Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Республикала «Иҫерек водитель» операцияһы дауам итә.

Видео:Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас