Бөгөн иртәнсәк Башҡортостандың Благовещен районында ҡот осҡос янғын өс ирҙең ғүмерен өҙгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Николаевка ауылындағы торлаҡ йортта ут сыға, янғын бөтә өйҙө ялмап ала. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында өс ирҙең кәүҙәһе табыла: береһе 1960 йылда тыуған, икәүһенең шәхесе асыҡлана. Фажиғә урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы көстәре һәм саралары эшләй», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Фажиғәнең сәбәбе һәм шарттары асыҡлана.