ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Ғинуар 2024, 09:21

Ҡатын ҡышҡы урманда аҙашҡан...

Уны эҙләүҙә ҡотҡарыусылар, полиция, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ ҡатнаша

Бәләбәй районында урманда аҙашҡан ҡатынды эҙләү уңышлы тамамланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

68 йәшлек ҡатындың Мәтәүбаш ауылы янында юғалыуы тураһында уның ире "112" хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итә. Ул кискә тиклем ҡатынын эҙләп табырға тырыша, әммә уңышһыҙ була. Уның һүҙҙәренсә, ҡатын билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында көндөҙгө сәғәт 4 тирәһендә урманға сығып киткән һәм аҙашҡан, ә ул көндө сатламам һыуыҡ булған.

Ярҙамға Туймазынан ҡотҡарыусылар сыға, шулай уҡ эҙләүҙә полиция, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ ҡатнаша. Һуңғылары зыян күреүсене туңыу билдәләре менән таба.

«Урманға барғанда, бигерәк тә ҡышҡы ваҡытта һаҡ булығыҙ. Ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ», — тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас