Уҙған тәүлектә мутлашыусылар Башҡортостан кешеләрен 1,5 миллион һумға тиерлек алдаған.
Мәҫәлән, Башҡортостан Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡта полицияға фәхишәләрҙең интим хеҙмәттәрҙән файҙаланырға теләгән 39 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул билдәһеҙ кешенең фәхишәне саҡырыу өсөн 87 мең һум аҡса күсерергә күндергәнен, әммә аҡса күсерелгәндән һуң уның менән бәйләнешкә сығыуҙан туҡтағанын һөйләгән.
Әбйәлил районында 70 йәшлек пенсионерға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған. Енәйәтсе оло йәштәге ҡатынға аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуын хәбәр итә. Йәнәһе уларҙы «һаҡлап ҡалыу» өсөн, билдәһеҙ кеше пенсионерҙы 125 мең һум күләмендә кредит алырға һәм уны күрһәелгән банк иҫәбенә күсерергә күндергән.
Учалыла йәшәүсе 34 йәшлек ҡатынды популяр мессенджер аша алдағандар. Улар ҡатынға инвестиция ярҙамында аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ҡатын-ҡыҙ енәйәтселәрҙең хәйләләренә эләгә һәм күрһәтелгән банк иҫәбенә 320 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, шуларҙың 170 мең һумы тиерлек кредит була.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре тип йәиһә башҡа алдап шылтыратыусыларға, мессенджерҙар аша яҙыусыларға бер ваҡытта ла иҫәп картаһынаң номерын әйтергә ярамай, кемдеңдер һүҙенә алданып йыйған аҡсаларығыҙҙы бирмәгеҙ, улар өсөн кредит алмағыҙ. Һаҡ булығыҙ!
фото:Башинформ.