Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2024 йылда янғында һәләк булған тәүге кеше тураһында хәбәр итә: ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Шишмә районының Кузьминка ауылынан 55 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән.
Фажиғә Йылға урамындағы бер ҡатлы йортта була. Ир һәм ҡатын ут менән үҙаллы көрәшергә маташа, әммә уларҙың тырышлығы бушҡа була һәм улар өйҙән сығып китә. Бер аҙҙан ир йәнә өйөнә инә, ләкин шунда ул һәләк була.
64 йәшлек ҡатындың бите һәм ҡулдары төрлө кимәлдә тән йәрәхәттәре алған — хәҙер ул дауаханала дауалана. Янғын һүндереүселәр асыҡ утты һүндергәндәр.
Ашығыс хеҙмәттәр ваҡиғаның сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы